«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Был ил Төркиәне артта ла ҡалдырыр әле...



02.09.2019 Был ил Төркиәне артта ла ҡалдырыр әле...

Рәсәй халҡы ҡайһы илгә сәйәхәткә барырға ярата? Әлбиттә, Төркиәгә! Тағы ҡайҙа?

Ошо йылдың тәүге яртыһында беҙҙең туристар барған иң популяр биш ил аталды. "ТурСтат" туристик порталы яҙыуынса, үрҙә телгә алған Төркиә беренсе урында. Унда алты айҙа 2,65 миллион Рәсәй кешеһе булған. Артабан Абхазия килә. Күрһәткес - 1,85 миллион кеше. Өсөнсө урында - Финляндия (1,644 млн.), дүртенселә - Ҡаҙағстан (1,371 млн.), бишенселә - Ҡытай (1,077 млн.).

Былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда Ҡаҙағстанға барыусылар шаҡтай артҡан. Ҡыҙыҡ. Унда Арал диңгеҙе лә ҡороно тиерлек. Сәғәттәр буйынса ятып ҡыҙынырлыҡ "ҡайнар һөт кеүек" диңгеҙ юҡ, тимәксебеҙ. Каспийҙан ҡурҡыңҡырап торабыҙ шикелле. Шулай ҙа Ҡаҙағстан, туристик ымһындырғыс ил булараҡ, кешене үҙенә тарта.

Бының өсөн дәүләт программаһы бик яҡшы эшләй. Эйе. Бында туризмды үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирәләр һәм бер нисә йылдан Ҡаҙағстанды туристар өсөн "донъяның 50 йәлеп итеп тороусы иле" иҫәбенә индерергә тырышалар.









Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға