02.09.2019 Ирҙәр дефициты ҡасан бөтәсәк?
Рәсәйҙә ирҙәр дефициты сама менән тағы 20 йыл дауам итәсәк, ҡатын-ҡыҙҙар, ғәҙәттәгесә, күберәк буласаҡ.
Росстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2036 йылда 1000 ир-атҡа 1128 ҡатын-ҡыҙ тура киләсәк. Ә бөгөнгө күрһәткес – 1000 иргә 1154 гүзәл зат.
Чукотканан тыш, ирҙәр барлыҡ төбәктәрҙә лә дефицит. Чукоткала иһә 1 мең иргә 965 ҡатын-ҡыҙ тура килә.