02.09.2019 Туҡайҙың Шүрәлеһен урлағандар!
Татарстандың Әлмәт ҡалаһында “Ҡарурманда” скульптураһының бер өлөшөн урлағандар.
Был һәйкәл Ғабдулла Туҡайҙың әҫәрҙәре нигеҙендә төҙөлгән – велосипедта китеп барған шағир үҙе һәм уның алдында Шүрәле ултырған кәрзинде һынландыра. Яңыраҡ вандалдар кәрзинде Шүрәлеһе-ниһе менән бергә йолҡоп алып киткән.
“Был хәлгә шаһит булыусыларҙы йәки белеүселәрҙе эҙләйбеҙ. Был скульптура беҙҙең ҡала өсөн ныҡ мөһим”, - тип мөрәжәғәт итәләр Әлмәт паблигында.
Эске эштәр министрлығы әлеге уңайҙан тикшереү эшен башлаған.