«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кеҫә телефоны ун йәшлек ҡыҙҙы теге донъяға оҙатҡан



02.09.2019 Кеҫә телефоны ун йәшлек ҡыҙҙы теге донъяға оҙатҡан

Мордовияла ун йәшлек бала заряд йыйырға ҡуйған телефонын ҡулына алыу менән ток һуҡҡан.Табиптар уға ярҙам күрһәтһә лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарып ҡала алмаған. Большие Березники ауылынан булған балаҡайҙың ата-әсәһе өсөн 1 сентябрь - Белем көнө ҡайғы көнөнә әйләнер, тип бер кем дә уйламағандыр. Әле был күңелһеҙ осраҡ буйынса тикшереү башланған. Телефон арҡаһында үлеү осраҡтары булып тора. Быйыл Ҡурған өлкәһендә июль айында 7 йәшлек малайҙың,заряд йыйырға ҡуйған телефоны янып шартлау һөҙөмтәһендә, ғүмере өҙөлгәйне.


Белеүегеҙсә, телефон - смартфондарҙың күпселеге Азия илдәрендә йыйыла. Юҡ-юҡта сифатһыҙ тауарҙары беҙгә лә килеп етә."Роскачество"ның Цифр экзпертизаһы үҙәге белгестәре, гаджеттарҙың аккумуляторҙары яныуына йәки шартлауына уларҙың заводтан уҡ брак итеп сығарылыуы, артыҡ ҡыҙыуы йәки ныҡ туҙыуы сәбәпсе, тигән фекерҙә. Шуға күрә,фажиғәгә тарымаҫ өсөн, телефонды, зарядлағысын махсус магазиндарҙан һатып алырға, сертификатын һорарға онотмағыҙ.





Автор: Ә. ХЫЗЫРОВА.
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға