«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Янғантау, уның артынса Торатау...



02.09.2019 Янғантау, уның артынса Торатау...

Һөйөнсө! Беҙҙең «Янғантау» геопаркы ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәре исемлегенә индерелде. Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып индек.

Индонезияның Гили утрауында үткән ултырышта махсус Совет ошо хаҡта ҡарар ҡабул итте.

Беҙҙе был әһәмиәтле ваҡиға менән республика етәксеһе Радий Хәбиров та ҡотланы. Ошо көндәрҙә геопарктың презентацияһы уҙасаҡ.

Әле "Торатау" геопаркына ла халыҡ-ара статус биреү буйынса эштәр бара.

Әйткәндәй, ЮНЕСКО геопарктарының глобаль селтәрендә 41 илдән 147 объект иҫәпләнә. Был исемлеккә инеү бик мөһим. Сөнки, беренсенән, Башҡортостан таныласаҡ, икенсенән, туризмды үҫтереү йәһәтенән дә ҡулай, өсөнсөнән, әлбиттә, айырым һаҡлау статусына ла эйә булыуҙың үҙ өҫтөнлөгө бар.








Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға