«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй вазифалар тыйыла?



30.08.2019 Ҡатын-ҡыҙҙарға ниндәй вазифалар тыйыла?

Рәсәй Хеҙмәт министры Максим Топилин ҡатын-ҡыҙҙарҙы эшкә алыу тураһында сикләүҙәргә ҡул ҡуйҙы. Был документта - ҡатын-ҡыҙҙарға тыйылған вазифалар исемлеге.


Унда барлығы 100 позиция, улар 21 төркөмгә бүленә. Химик етештереү, металл эшкәртеү, нефть һәм газ табыу, ҡара һәм төҫлө металлургия, судно төҙөлөшө, судно ремонтлау һәм башҡа тармаҡтар буйынса ҡатындарға сикләүҙәр күп.

Шулай уҡ гүзәл зат тауҙарҙа эшсе, шартлатыусы, быраулаусы, ҡорос иретеүсе, авиация механигы, таш эшкәртеүсе, канализация соҡорҙарын таҙартыусы, слесарь-сантехник, урмансы, водолаз һәм янғын һүндереүсе булып эшләй алмай.

Әйткәндәй, яңы документ иҫкеһенә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ. Элеккеһендә 456 позиция булған. Ойошма етәкселеге имен хеҙмәт шарттарын гарантиялаған осраҡта, ҡатын-ҡыҙҙар хеҙмәте рөхсәт ителә, тиелгән.

Иҫке документ 20 йыл самаһы элек ҡабул ителгән булған, ә яңыһы 2021 йылдан үҙ көсөнә инә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға