«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » Махсус биттәр » «Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарағыҙ ҙа Ҡайғырығыҙ»мы?



22.02.2011 «Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарағыҙ ҙа Ҡайғырығыҙ»мы?

«Башҡортостан юлдаш телевидениеһын ҡарағыҙ ҙа Ҡайғырығыҙ»мы?Гел дә телесериалдар менән генә мауыҡмай, «мәҡәлә-сериалдар»ға күсеп алырға ниәтләнем. «Һабынлы» операларҙы сейле-бешле ҡоймаҡ һымаҡ шапылдатып бешереп сығарып ятҡан телеви­зионщиктар­ҙан ҡайһы еребеҙ менән кәмбеҙ? Шуға ла элек арлы-бирле генә ҡараған телевизор дуҫ менән йыш икәүҙән-икәү ҡалам. Хәйер, дуҫмы икән?! Зауығымды күтәрер, мәҙәни кимәлемде арттырыр урын­ға, телевизор һаулығымды ҡаҡшата, миңрәүләтә, иҙрәтә кеүек. Электр энергияһынан тыш, үҙемдең шәхси энергиямды һура. Өс-дүрт сәғәт экранға төбәлеп ултырҙыңмы, эс-күңелең шундай бушап ҡала, атлап киткәндә буш мискәләй шалтырап торған кеүекһең. Башҡа туҡылдат­һаң да шул уҡ хәлдер, моғайын, әммә кире мәғлүмәттәрҙән былай ҙа тубалға әйләнгән тән өлөшөн һуғып ҡарарға йәлләйем. Телемания тигән бик алама сирҙең йоғонтоһон үҙемдең елкәлә татымаһам, барлығына һис бер ваҡытта ышанмаҫ инем. Етер, бөгөн башҡа «зәңгәр экран»ға яҡын да бармайым, теләһә ниндәй «бутҡа»ны ҡарамайым, тигән хәлдә лә, йә ҡыҙыҡлы тапшырыуҙар эҙләп, программа уҡып ултыраммы шунда, йә телевизор пультын эҙләйемме... Шунан, ниҙер урлап тотолған бур һымаҡ, үҙ-үҙемдән оялып, икенсе бүлмәгә сығам да, унда тағы пультҡа йәбешәм...
Халыҡты аңраландырыуға йүнәлтелгән ҡоралдарҙың береһе инде ул үҙәк телевидение. Ундағы боғаҙ йыртып ҡысҡырыуға, буш хәбәр һатыуға ҡоролған шоуҙарынан, боҙҙа шы­уыу­ҙарҙан, йөрәкте бол­ғандырғыс осһоҙ телесериалдарҙан ялҡып, үҙебеҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидение­һына иғтибарҙы йүнәлттем. Йәнәһе лә, йырлап-бейеп күңел асҡан үҙебеҙҙең канал ярҙамында тиҙерәк ма­ниянан һауығырмын. Һауыҡмай тор әле, тигән кеүек, Башҡор­тостан каналы тамам шаңҡытты. Тәүҙә, яңы­лыш баҫтыммы әллә, тип, гел урыҫ телен­дә һөйләгән ка­налды ҡарамай, был беҙҙең юлдаш телевидениеһының клонылыр, төп нөсхәһе барҙыр, тип үҙемде үҙем алдаштырып, ҡат-ҡат пультҡа ба­ҫып, үҙебеҙҙекен эҙләп маташтым. ҡолаҡҡа барыбер яҡын тел булғанғамы, Татарстан юлдаш телерадиокомпанияһына барам да сығам, барам да сығам. Унда рус теле һирәк-һаяҡ ҡына ишетелеп ҡала, күпселек тапшырыуҙар – татарса. Ныҡыша торғас, ниһайәт, тапшырыуҙары гел русса барған БСТ-ла башҡорт телендәге тапшырыуға ла юлыҡтым. Киске сәғәт ун беренсе яртылағы яңылыҡтар ине. Диванға иркенләп ултырып, артабан да башҡортса тапшырыуҙарҙы ҡарарға әҙерләндем. Әммә шуның менән үҙ телемдәге тапшырыуҙар бөтөп тә ҡуйҙы.
Икенсе көндө, сәмләнеп, таң менән телевизорҙы ҡабыҙҙым, йәнәһе лә, тыуған еремдә башҡортса барған тапшырыуҙар ҡарарға хоҡуғым бар. Элек төрлө райондар­ҙан ҡыҙыҡлы репортаждар, музыкаль клиптар менән ҡыуандырған «Сәләм» тигән матур тапшырыу була торғайны, шуны көтәм. Тик ул «Сәләм»дең һағышлы сәләме генә тороп ҡалған, имеш. Йөкмәткеһеҙ, буп-буш, бер нәмә хаҡында һөйләмәгән ярым-ярты башҡортса-русса тапшырыу. Унан һуң рус телендә яңылыҡтар, тапшырыу, сериал булды.
Алданған бала хәлендә байтаҡ ултырҙым. Йәнемде айырата ҡарайтып, каналдың ҡара-һары «кейеме» йыш емелдәне. Европала – карантин, тағун (чума), урыҫтар өсөн – хыянат, айырылышыу, башҡорттар өсөн матәм, ҡайғы билдәһе булған һары төҫ, бынан ары, имеш тә, балды символлаштыра. Әммә минең өсөн башбиҙәк (заставка), башҡорттар, Башҡортостан юл­даш телеканалын ҡарағыҙ ҙа ҡайғырығыҙ, тигән һымаҡ күренә башланы. Батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәлен, исмаһам, шул башбиҙәккә – матәм фонына – ҡуймаһындар ине, тип йөрәгем әрнене.
Үкенескә күрә, халҡыбыҙға ҡағылышлы ошондай нәмәләрҙе лә белмәгән кешеләр республикабыҙҙың төп каналын етәкләй. Ғөмүмән, улар бөгөн туйҙа уңайһыҙ хәлдә ҡалған маҡтаулы ҡыҙ хәлендә. Сөнки юлдаш телевидениеһының презентацияһы ваҡытында шәп бер йырсы, өр-яңы чиновник: «Ниһайәт, башҡорт телевидениеһы иң алдынғы телевидениелар менән бер рәткә баҫа!» – тип Гүзәл Ибраһимованың ҡулын ҡыҫҡайны; ТНТ, НТВ, СТС, Рен-ТВ өсөн башбиҙәктәр яһап, танылыу яулаған Сергей Шанович әфәнде беҙҙең өсөн дә башбиҙәк эшләне, тип шапырынғайнылар; үҙгәртеүҙәр каналды юғары баҫҡысҡа күтәрәсәк, тип маҡтанғайнылар. Иртә ҡысҡыр­ған кәкүктең башы, ысынлап та, таҙ булып сыҡты.
Әйткәндәй, мине, намыҫлы һалым түләүсене, Шанович әфәнденең фирмаһына башбиҙәк өсөн күскән аҡсаның нисә нулгә барып баҫыуы һәләк ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ республика бюджетынан финанс­ланған телевидениебыҙға Рәсәй үҙәк каналынан саҡырыл­ған алып барыусылар шул ҡәҙәре ныҡ кәрәк булдымы, тигән һорау ҙа тынғылыҡ бирмәй.

Балыҡ башынан серей
Телевидениебыҙҙы уйлаһаң, балыҡтың башынан сереүе насар ҙа түгел, тип ҡуяһың, сөнки, шөкөр, әлегә юҡҡа сығыу процесы «Тамыр»ға барып етмәгән. Йәшем күптән уҙһа ла, «Тамыр»ҙы ҡарап кинәндем бит. Төплө аҡыллы, ижади фекерләүсе, бер урында туҡтап ҡалмай, гел эҙләнеүҙәр юлында булған Гөлназ ҡолһаринаның ҡулы аҫтында шундай уҡ шәп егет-ҡыҙҙар эшләй. Улар ҡыҙыҡлы, кәрәкле тапшырыу­ҙары, фильмдары менән халҡыбыҙға нур өләшеүен дауам итә. Уларға ҙур рәхмәт! Тик «Тау-тау хәбәрҙәр», «Арба» һәм башҡа шәп тапшырыуҙар иртәнге ваҡытҡа, балалар мәктәптә саҡта, ҡуйыла. Күпме бала, айырыуса ауылдыҡылар, нәфис тапшырыу­ҙарҙан мәхрүм ҡала! Әллә был махсус рәүештә эшләнәме? Киске иң уңайлы сәғәттәрҙә бөтөн тапшырыуҙар ҙа тик рус телендә бара. Айырыуса шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында башҡорт теле «юғала». Уның ҡарауы, каналыбыҙ һинд фильм­дарын күрһәтеп «рәхәтләндерә». Болливуд (Бомбей+Голли­вуд=Болливуд) йылына алты йөҙҙән алып бер меңгәсә фильм сығара, шуға ла канал етәкселәре, йәкшәмбе программаһы сеткаһына нимә ҡуйырға, тигән һорау менән баштарын ҡатырмай. Ике сәғәтлек һинд киноһы менән халыҡты әүрәтә һәм вәссәләм. Ә ҡайҙа үҙебеҙҙең башҡорт фильмдары? Ял көндәрендә ғаилә менән башҡортса кино ҡарағы килә, улар юҡ түгел, бар бит. Документаль фильм­дар ҙа бик кәрәк. Мәҫә­лән, бик күп милләттәштәребеҙ сит төбәктәрҙә йә­шәй, улар хаҡында ниңә то­тош циклдар әҙерләмәҫкә? Юғиһә һуңғы айҙарҙа гел баш ҡалабыҙ, уға яҡын ара-тирәне генә күрһәтәләр.
Шағирҙарыбыҙ ҙа үҙҙәренең әҫәр­ҙәрен халыҡҡа телевидение аша сығар­һын ине, махсус шиғри трибуна ойоштороуы ҡыйын түгелдер, уның өсөн әллә ниндәй ҙур әҙерлек тә кәрәкмәй. Быйыл әҙәбиәт өлкәһендә бик оло ваҡиға көтөлә – Башҡортостан яҙыусыларының съезы, ә ошо турала берәй етди тапшырыу эшләндеме?
Башҡортса спектаклдәр­ҙе аҙнаһына ике-өс тапҡыр күрһәтһәләр ҙә, ҡарар инек. Ләкин ҡайҙа улар? Уларҙы инәлттереп кенә программаға индерәләр.
Республикала йәш талантлы рәссамдар, скульп­торҙар, музыканттар бихисап, нишләп улар тураһында башҡорт телен­дә тапшырыуҙар циклын эшләмәҫкә? Ә һуң һәр бер айҙа абруйлы, һәләтле, халҡыбыҙҙы күтәргән шәхестәребеҙҙең юбилей­ҙары булып тора, ә улар хаҡында тапшырыуҙар бик аҙ!
Бер һүҙ менән әйткәндә, яңыртыл­ған канал ышанысты аҡламаны. Бер үк киноны ҡат-ҡат күрһәтеүҙәре лә, тапшырыуҙар араһында «Барыһын да бергә туплайбыҙ» тип хор менән рус­са әйтеүҙәре лә, анонс­тарҙы иғлан иткән русса календар­ҙары ла, яңылыҡтарҙа Башҡортоста­ныбыҙҙың исемен боҙоп «Баш­кирия», «Башкар­тастан» тиеүҙәре лә, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы сайтының тик рус телендә генә булыуы ла – оҡ-ша-май! Беҙ үҙ телебеҙ яҡлы. Ә урыҫ телендә нимәнелер ҡарағыбыҙ килгәндә, төрлө каналдар күп, беҙҙең өсөн был бер ауырлыҡ та тыуҙырмай, сөнки беҙ билингвылар – ике телде лә яҡшы белгән халыҡ.
ҡайтһын «Хазина»!

Юҡ, мин каналда барған үҙгәрештәр хаҡында ишетеп белә инем, ләкин шул ҡәҙәре үк ҡырҡа боролоштар менән ул түбән тәгәрәгәндер, тип кем уйлаһын? Элек, ғаиләбеҙ менән «Атайсал»ды, «Хазина»ны ҡарай торғайныҡ, сөнки тарихҡа, мәҙәниәткә битараф түгелбеҙ. Уларҙы ҡарағандан һуң үҙебеҙҙе рухи йәһәттән байып ҡалғандай тоя инек. «Тай-тулаҡ», «Туған моңдар» тапшырыу­ҙары ла күңелгә яҡын булды. ҡайҙа улар? Кемгә кемдәре яраманы?
«Ысынлап та»ны ҡарарға күнегеп булмай. Юҡ-юҡ, тапшырыуҙың үҙенә һүҙем юҡ. Тик уны күрһәтһәләр – күрһәтәләр, күрһәтмәһәләр – күрһәтмәйҙәр. Әйтәйек, дүшәмбе уны ихласлап ҡараныҡ, шишәмбе лә ҡарарға ултырғайныҡ, беҙгә БСТ ҡуҡышын күрһәтте – уның урынына хоккей буйынса Рәсәй беренселеген ҡуйҙы. Шаршамбыға өмөт ҙур ине, программа тағы кәйефте төшөрҙө – волейбол буйынса Рәсәй чемпионаты менән хушһынырға тура килде. Спортты үҙ итәбеҙ, әммә һәр нәмәнең сиге була бит!
Әйткәндәй, «Башҡорт телен өйрәнәбеҙ», «Белергә кәрәк», «Көҙгө», «Биҙәк» тапшырыуҙарын ҡарамаҫлыҡ түгел, тик улар үҙ телем­дә түгел шул. Рустар беҙҙең Башҡор­тостан юлдаш телевидениеһын ҡарай тиһегеҙме? Ай-һай, шикләнәм. Рус балалары, мәҫәлән, НТВ, Рен-ТВ, ДТВ кеүек каналдарҙан айырыла алмай, төкөр­ҙө улар һинең БСТ-ңа. Ә бына башҡорт балалары, өйҙәрендә юлдаш тәрилкәләре булһа ла, һаман үҙ каналыбыҙҙы ҡарай. Ләкин бик тиҙҙән башҡорт аудиторияһы ла төрлө башҡа ТВ-ларға күсеп бөтәсәк, сөнки бөгөнгө Башҡортостан юлдаш телевидениеһы рухи, мәҙәни ихтыяжыбыҙҙы ҡәнәғәтләндермәй, кире­һенсә, ытырғаныс уята, күңелһеҙ уйҙарға этәрә. Рәсәй каналдарына оҡшарға тырышыуы ла мәғәнәһеҙ күренеш, бушҡа тыпырсыныу ғына, барыбер уларға тиң конкурент түгел – бахыр күләгәһе генә булып ҡала.
Ярай, беҙ үҙ еребеҙҙә йәшәгәс, үҙ телебеҙҙә иркен аралашабыҙ, йыр-моңдан да айырылмайбыҙ – концерт­ҡа барып булһа ла, йыр тыңлап ҡайтабыҙ. Ә сит өлкәләрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ ни эшләй икән? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иткәс, уларҙың ҡайһы береһе, хәҙер ҡаҙанды тыңлайбыҙ, тип яуап­ланы. Шул мәлдә, әллә аҫтыртын рәүештә алып барылған берәй сәйәсәт һөҙөмтәһе булдымы төп республика каналындағы үҙгәрештәр, тигән шикле уйҙар ҙа килеп ҡуйҙы аҡыллы башыма. Тәүбә-тәүбә, Хоҙай һаҡлаһын...
Баныу ҡАҺАРМАНОВА.

Флүрә СӨЛӘЙМӘНОВА, Учалы районы, БР-ҙың мәғариф отличнигы:
– БСТ каналы йөкмәткеһе яғынан бик ярлы, сөнки көн дә бер үк нәмәне ҡабатлайҙар. ҡыҫ­ҡаһы, тапшырыуҙар бер насар ғына шаблонға һалынған. Шул эсте бошора. «Сәләм» тапшырыуының элеккеһе бик шәп ине. Республиканың төрлө райондарынан килгән кешеләр менән осрашыуҙар, материалдар­ҙың күп булыуы башҡорт теле уҡытыу­сылары өсөн бик файҙалы ине.

Сифатлымы, Самалымы?
Былтыр Татарстандың Аҡтаныш районына барғанда үҙебеҙҙәге БСТ телеканалы өсөн ғорурланып ҡайтҡайным. Татар дуҫтар «Сәләм»де лә, «Йоманы» ла, сәнғәт, мәҙәниәт хаҡындағы тапшырыуҙарҙы ла, кистәрен абруйлы шәхестәр менән әңгәмәләрҙе лә яратып ҡарай икән. БСТ – Башҡорттоң сифатлы тапшырыуҙары тигәнде аңлатыуын да шунда белеп ҡайтҡайным.
Каналда етәкселек алмашынғас, үҙгәртеп ҡороу­ҙар буласаҡ, тип иғлан ителгәс, сифатлы тапшырыуҙар тағы ла артыр, тип ышанғайным. Тик өмөттәр аҡланмай бит әле. Бына кисә генә «Йома»ны ҡарайым тип телевизор­ҙы ҡабыҙһам, бандиттар менән тәртип һаҡсылары айҡашҡан фильм бара, кисен элеккесә берәй матур тапшырыу баралыр, тип ҡараһам, юҡ шул, биш минуттан эсем бошоп, йәнә икенсе каналға күстем. Ял көндәрендә була торған «Хәйерле кис» тапшырыуы ла күптән ғәйеп булды. Әҙиптәребеҙ менән фәһемле осрашыуҙар ойошторған «Китап кәштәһе» лә күренмәй. Хәҙер компьютер заманы, китап уҡып булашмаһындар, тигән фекергә килделәр, шикелле. Башҡортса тапшырыуҙар яртылаш кәмене, буғай. Үҙгәртеп ҡороу урынына булғанды бөтөрөргә самалаймы әллә яңы етәкселек?
Татарстанға быйыл барып тормаҫмын, ахыры. Татар дуҫтар БСТ-ны, Башҡорттоң самалы тапшырыуҙары, тип бармаҡ күрһәтеп көлһә, ояты ни тора.

Марат Әминев.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға