«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡабаҡтың һабағы ла файҙалы



30.08.2019 Ҡабаҡтың һабағы ла файҙалы




Ҡабаҡтың шифалы үҙенсәлектәре күптән билдәле. Һиндостанда был йәшелсә менән туберкулезды дауалайҙар, ә япондар уны күп сирҙән файҙалана. Элек-электән беҙҙең ата-бабалар ҡабаҡты дарыу урынына ҡулланған. Был йәшелсәлә эсәктәр эшмәкәрлеген көйләүсе матдәләр бар. Эс ҡатҡанда ҡабаҡ – иң яҡшы сара. Бынан тыш, ул үт ҡыуығы эшмәкәрлеген көйләй, йыуан эсәктәрҙәге елһенеүҙе бөтөрә. Бөйөрҙәрегеҙ ауырта икән, көн һайын ҡабаҡ һуты эсегеҙ.
Уның һабағы ла бик файҙалы. 2 ҡалаҡ кипкән һабаҡтың өҫтөнә һыу һалып, 3 сәғәткә төнәтергә ҡуйығыҙ. Һуңынан һөҙөп, иртәле-кисле ярты стакан эсегеҙ. Бөйөрҙәр өсөн ҡабаҡ орлоғо төнәтмәһенең дә шифаһы ҙур. Бер ҡалаҡ орлоҡҡа бер стакан һыу һалып, сәй урынына эсегеҙ. Үҙендә каротин күп булыуы менән ҡабаҡ кишер менән бауырҙан өҫтөн тора. Шуға ла окулистар күҙҙәре насар күргән кешеләргә ҡабаҡ һуты эсергә тәҡдим итә.
Бал менән ҡабаҡ төнәтмәһе – йоҡлай алмай интеккәндә иң яҡшы сара. Ә сәскәһенең төнәтмәһе менән оҙаҡ төҙәлмәгән эренле яраларҙы сайҡай, йомшаҡ “ит”ен бешкән урынға һалып ҡуя алаһығыҙ.
Ҡабаҡтың орлоғон күптәр көнбағыш урынына сиртергә ярата. Йыуан эсәктәге селәүсендәрҙән (глисты) ҡотолоу өсөн иң яҡшы дауаланыу сараһы ул. Төнгөлөккә шәкәр йә бал менән 100 г орлоҡ ашап, иртән бер ҡалаҡ кастор майы эсегеҙ.
Ҡабаҡ орлоғо токсикоз менән интегеүсе буласаҡ әсәләргә лә файҙалы. Ҡулланып ҡарағыҙ, ярты стакан орлоғон сирғандан һуң күңел болғаныуы бөтөнләй баҫылыр.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға