30.08.2019 Маринадланған аҡ бәшмәк
1 л һыуға 100 мл аш һеркәһе, 50 г тоҙ (ѳймәләм 2 ҡалаҡ), 1 лавр япрағы, 5 бѳртѳклѳ ҡара борос, 3 бѳртѳклѳ еҫле борос кәрәк. Бәшмәктәрҙе таҙалап йыуғас, 10 минут тирәһе бешерергә. Һуңынан һарҡытып, һалҡын һыу менән сайҡатырға.
Маринад түбәндәгесә әҙерләнә: 1 литр һыуға тоҙ, аш һеркәһе, тәмләткестәр һалып ҡайнатырға. Әҙер маринадҡа бәшмәктәрҙе һалып, улар һауыттың тѳбѳнә ултырғансы бешерергә. Бәшмәктәр әҙер булғас, стерилләнгән банкаларға һалып, ѳҫтѳнә сыҡҡансы маринад ҡойоп, ҡапҡастар менән ҡапларға.