«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Байрамың менән, Татарстан!



30.08.2019 Байрамың менән, Татарстан!

Бөгөн күрше республикабыҙҙа - байрам. Татарстандың тыуған көнө икән. Йәғни "яңы замандағы" тыуған көнө.

1990 йылдың 30 авгусында, дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителеп, ТАССР Татар Совет Социалистик Республикаһына әйләнгән. Торараҡ, 1992 йылдың 7 фервалендә, Татарстан Республикаһы булып киткән.

Суверенитет тигән һүҙ хәҙер ҡулланылыштан сыҡты шикелле. Шулай ҙа күршеләр уны етерлек файҙалана алды. Беҙҙең илдә ике генә Президент - Путин да Миңлеханов.

Әйткәндәй, Татарстан етәксеһе һүҙҙәренсә, "республика үҙ байрамын төҙөүгә ынтылыш атмосфераһында һәм иртәгәге көнгә ышаныс менән ҡаршылай".

"Без булдырабыз!" - девизы менән алға бара ут күршеләр. Уңыштар теләйек тә, артта ҡалмайыҡ, йәмәғәт. Сөнки: "Беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ!"







Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға