«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Радий Хәбиров йәштәр менән осрашып, асыҡтан-асыҡ һөйләште



30.08.2019 Радий Хәбиров йәштәр менән осрашып, асыҡтан-асыҡ һөйләште

БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров көньяҡ-көнсығыш райондарға сәфәре барышында Йылайыр районы үҙәгендәге Ш. Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында йәштәр менән аралашты.

Осрашыуға килеүселәр ошо төбәктең һәр яҡлап үҫеш перспективалары тураһында һорауҙар бирҙе, ауыл хужалығына ярҙам мәсьәләһе хаҡында ҡыҙыҡһынды. Әлбиттә, файҙалы ҡаҙылмаларҙы табыу темаһына ла туҡталдылар.

Был яҡтарҙа хәл итәһе мәсьәләләр етерлек. Хәйер, улар башҡа яҡта ла күп...

-Все годы, пока я жил и работал в Москве, у меня было огромное желание послужить моему народу, отдать все силы родной республике. Наконец, у меня представилась такая возможность. Для меня одно из основных богатств региона – крепкая межнациональная дружба между всеми народами нашего Башкортостана.
Вы – будущее Башкортостана. И я рад, что сегодня у нас получился откровенный разговор. Хочу вам сказать, что я вернулся в Башкортостан не болтать и гулять по ресторанам. Я здесь делом занимаюсь. Что-то получается, что-то нет, но я уверен, что выбранный нами курс принесет пользу республике. Все у нас получится! - тине Радий Хәбиров.

Ышанығыҙ, йәштәр. Осрашыуҙа күтәрелгән темалар буйынса эш башҡарыласаҡ. Һөҙөмтәләрҙе күреп, һығымта яһарһығыҙ.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: официальный сайт Главы РБ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға