«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Юғалған бер йәшлек бала табылырмы?



30.08.2019 Юғалған бер йәшлек бала табылырмы?

Бала өйҙән нисек сығып киткән: атлапмы (ошо арала ғына атлап киткән кешекәй), юҡһа, имгәкләпме? Иртә менән ҡайҙа юлланған һуң ул?

Дүртөйлө районының Исмаил ауылында һаман бер йәшлек Тимурҙы эҙләйҙәр. Ғәйеп булыуына бер тәүлек үтте инде.

Өйҙә барыһы ла йоҡлаған, бала торған да, юҡ булған. Мистика кеүек.

Кисен барыһы ла тәртиптә булған кеүек: әсәһе һөйләүенсә, төндә баланы һуңлап ҡына йоҡларға һалғандар, сәғәт икелә ҡатын уянып, икенсе бүлмәлә йоҡлаған улына кефир эсергән дә... Таң менән уянып ҡараһа, бала юҡ.

Әсә кеше полицияға мөрәжәғәт иткән. Әле юғалыуҙың төрлө сәбәбе ҡарала. Хатта "Үлтереү" статьяһы буйынса енәйәт эше лә асылған. Был, сабый үлгән, тигән һүҙ түгел.

Баланы бөтәһе лә эҙләй: хоҡуҡ һаҡлаусылар, ирекмәндәр, яҡындары...

Ҡатын ике балаһын үҙе ҡарай, ире менән йәшәмәй. Эше бар. Кире яҡтан һөйләмәйҙәр, буғай.






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға