29.08.2019 Һауала ниндәй яҙыу ул?
Рәсәйҙең "Первый полет" пилотаж төркөмө осоусылары һауаға күтәрелгәйне.
Улар биш самолетта (Як-52, Як-54) осоп барған килеш яңы технология буйынса яҙыу яҙҙы.
"МАКС-2019" авиакүргәҙмәһе барыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде, унда Рәсәй Президенты ла булып китте. Төркиә лидеры ла килеп, беҙҙең яңы быуын самолеттарына ҡарап, тел шартлатты.
Бына шул сарала ҡатнашҡан үрҙә телгә алынған пилотаж төркөмө һауала "1 МАКС 2019" тип яҙып китмәһенме!
Яҙыу өсөн атмосфераға махсус йылытылған май сығарылған. Май һауала һыуынып, аҡ һыҙат хасил итә икән.
Бындай тамашаны берәү ҙә күргәне юҡ, сөнки ундай технология бығаса булмаған.