«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алманы ҡайҙа итергә белмәһәгеҙ



29.08.2019 Алманы ҡайҙа итергә белмәһәгеҙ



Алманы ҡайҙа итергә белмәһәгеҙ
Алманан ҡайнатма ла яһаныҡ, киптерҙек тә, ә ул һаман да бөтмәй! Алма бар саҡта, унан битлек тә яһап ҡарайыҡтыр бәлки? Өйҙә яһалған косметологияла алма, ғөмүмән, күп ҡулланыла. Сөнки унда А, С, РР витаминдары, тимер, магний, калий, пектин бар.
Алманан битлектәр бит тиреһен туҡландыра, йәшәртә һәм таптарҙы бөтөрә. Алмала булған органик кислота бит тиреһенең иң тышҡы ҡатламында булған барлыҡ артыҡ нәмәне ҡуптарып төшөрә. Еңелсә пилинг эшләгән кеүек килеп сыға.
Был емештән бит тиреһе өсөн яһалған бер билекте һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ.

Битлек яһау өсөн:
* 0,5 алма;
* 0,5 кыяр;
* 1 йомортҡа ағы; 1 сәй ҡалағы петрушка;
* 1 сәй ҡалағы бөтнөк (мята).
Алма менән ҡыярҙы ваҡ ҡына итеп блендер ярҙамында ваҡлайбыҙ. Петрушка менән бөтнөктө лә шулай уҡ ваҡларға кәрәк. Ҡыяр, алма, петрушка һәм бөтнөктән торған был бутҡаны бергә ҡушып яҡшылап болғайбыҙ. Шунан йомортҡа ағын ҡушып таҡы берҙе болғарға кәрәк булыр.

Битлекте дөрөҫ итеп нисек ҡулланырға?
Әҙер битлекте 10 минутҡа һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. Аҙаҡ ҡалын ғына итеп бикә һөртәбеҙ һәм 15-20 минут тотабыҙ. Йылы һыу менән йыуып төшөргәс, берәй крем һөртөп ҡуйырға кәрәк.
битлекте кисен, йоҡлар алдынан ҡулланырға кәңәш ителә.





Автор: Гөлнара СОЛТАНОВА
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға