«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Провокация һәм фальсификацияға юл ҡуйылмаясаҡ



29.08.2019 Провокация һәм фальсификацияға юл ҡуйылмаясаҡ

Беҙ намыҫлы һайлау яҡлы. Ошо көндәрҙә “Crowne Plaza” Конгресс-отелендә РБК медиахолдингының матбуғат үҙәгендә “Намыҫлы һайлауҙар өсөн” лозунгы менән провокация ихтималлығы һәм ялған тауыштар өҫтәүҙе иҫкәртеү темаһына бәйле матбуғат конференцияһы уҙғарылды.

Журналистар менән осрашыуға Рәсәй юристар ассоциацияһы аппараты етәксеһе Станислав Александров, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәте һәм кеше хоҡуҡтары буйынса советтың яуаплы секретары Ирина Киркора килгәйне.

Улар билдәләүенсә, әле һайлау көнө етмәһә лә, провокация ойоштороуҙо әҙерләүселәр бар, имеш. Мәҫәлән, айырым кешеләрҙең юристарға махсус ялыуҙар шаблоны төҙөргә ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт итеүе теркәлгән. Фальсификация әҙерләү менән шөғөлләнеүселәр ҙә юҡ түгел. Әгәр һайлау көнөндә хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлһә, уларҙы ойоштороусылар асыҡланған хәлдә (ә улар асыҡланасаҡ), әлбиттә, яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.

Әйткәндәй, күҙәтеүселәр эшләйәсәк. Улар махсус уҡытылған. Ғөмүмән, БР Башлығын һайлау сараһы тыныс шарттарҙа, намыҫлы, һөҙөмтәле үтер, тигән ышаныс бар.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Автор фотоһы.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға