«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Машинаның тәҙрәһе тирләмәһен өсөн нимә эшләргә?



29.08.2019 Машинаның тәҙрәһе тирләмәһен өсөн нимә эшләргә?


Көҙ етә, ямғырҙар башланды. Ямғырлы осор водителдәр өсөн шуныһы менән насар: машинаның тәҙрәһе тирләп йонсота. Эйе, яҡшы автомобилдәрҙең тәҙрәне лә, көҙгөнө лә йылыта, киптерә торған мөмкинлектәре бар. Әммә ҡайһы бер саҡта улары ла «өлгөрә» алмай китә, өҫтәүенә, арабыҙҙа төрлө машинала йөрөгән кешеләр бар. Бына шул тәҙрәләрҙе тирләүҙән һаҡлаусы ябай ғына ысулды өйрәтмәксемен. Бәлки, кемдәрҙер уны ҡулланып та ҡарағаны барҙыр. Улар белә: ысынлап файҙаһы тейә.

Шулай итеп, ямғырлы көндә тәҙрәгеҙ эстән тирләмәһен тиһәгеҙ, иң беренсе сиратта быялаһын тәҙрә, көҙгө таҙартҡыс шыйыҡса (улар магазинда һатыла) менән яҡшы итеп таҙартығыҙ. Һуңынан ҡоро таҙа туҡыма киҫәгенә ҡырыныу өсөн күперткесте (пена для бритья) һалып, тәҙрәне яҡшы итеп һөртөп сығығыҙ. Күрегеҙ ҙә тороғоҙ: тәҙрәгеҙ тирләп йонсотмаясаҡ!





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға