«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Диабетиктарға файҙалы май



29.08.2019 Диабетиктарға файҙалы май




Шәкәр диабеты ауырыуының шул яғы насар: бәләкәй генә яра йә ҡырҡылған урын да тиҙ генә йүнәлмәй аптырата. Шунлыҡтан ундай йәрәхәттәрҙе ваҡытында дауалау мөһим.
Кишерҙән әҙерләнгән май эренләп, ҡанһырап торған яраларҙы, тәндең янған урындарын тиҙерәк бөтәштерә. Шулай уҡ организмдың инфекцияларға ҡаршы тороусанлығын да арттыра.
Уны әҙерләү өсөн 1 – 2 кишерҙе яҡшы итеп йыуып, таҙартып, ҡырғыстан үткәрергә. Һөҙөмтәлә бер стакан ҡырылған кишер булырға тейеш. Шуны бәләкәйерәк эмалле кәстрүлгә һалып, өҫтөнә сыҡҡансы (1 см) үҫемлек майы ҡойорға. (Көнбағыш майы ла, зәйтүн майы ла ярай). Ҙур кәстрүлгә яртыһынан әҙерәк һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйырға. Һыуы ҡайнап сыҡҡас, кишер һалынған бәләкәй кәстрүлде ҡапҡасы ябыҡ килеш эсенә ултыртып, кишер майын яҡынса 20 минут тирәһе йылытырға, әммә ҡайнатырға ярамай. Әҙер булғас, бер нисә ҡат марля аша һөҙөп һыуытырға һәм бәләкәй банҡаларға һалып, һыуытҡыста һаҡларға. Был майҙы йәрәхәтләнгән урындарға һөртөргә, шулай уҡ көнөнә өс тапҡыр берәр балғалаҡ эсергә мөмкин.
Иҫкәрмә! Бөйөрөндә, бауырында йә үт ҡыуығында ташы булған кешеләргә үҫемлек майы эсергә ярамай!





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға