«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һәр бала үҙ ғаиләһендә ата-әсә һөйөүенә һәм бәхеткә төрөнөп үҫергә хоҡуҡлы



27.08.2019 Һәр бала үҙ ғаиләһендә ата-әсә һөйөүенә һәм бәхеткә төрөнөп үҫергә хоҡуҡлы



Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитетының беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова республикабыҙҙа тормошҡа ашыраласаҡ “Минең ғаиләм” проектына старт бирҙе. Был проект социаль етемлекте кәметеүгә, алкоголгә бәйлелек менән интегеүсе ата-әсәләргә комплекслы ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтеләсәк. Лилиә Салауат ҡыҙы билдәләп үтеүенсә, етемдәрҙең 70 процентын социаль етемдәр тәшкил итә.
– Социаль етемлектең төп сәбәбе – алкоголизм. Шуға бар көстө һәр балаға тыуған ғаиләһен һаҡлап алып ҡалырға ярҙам итергә йүнәлтергә тейешбеҙ. Проект эскелек менән мауығыусы ата-әсәләргә реабилитация үткәрергә йүнәлтеләсәк. Иң беренсе сиратта социаль приютҡа эләккән балаларҙың ата-әсәләренә ярҙам күрһәтеләсәк. Быйыл ғына ла республиканың социаль приюттарына ошондай ғаиләләрҙән 407 бала ҡабул ителгән, – тине ул.
Яңы проект ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләргә һәр яҡлап ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Атап әйткәндә, айыҡ тормошҡа ҡайтырға, эшкә урынлашырға, балаһын мәктәпкә урынлаштырыуҙа, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөүҙә булышлыҡ итеү күҙаллана.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: Башинформ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға