28.08.2019 "Мәҙәниәт" милли проектына 10 миллиард һум йүнәлтелә
Республика Хөкүмәтенең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә БР мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова әйтеүенсә, "Мәҙәниәт" милли проектына быйыл һигеҙ айҙа федераль ҡаҙнанан 435 миллион һум бүленгән.
Был сумманың ҙур ғына өлөшө, 230 миллион һумы, балалар сәнғәт мәктәптәренә, профилле урта махсус уҡыу йорттарына музыка ҡоралдары алыуға, тағы ла 96 миллионы дүрт мәҙәниәт һарайы һалыуға һәм реконструкциялауға, 50 миллионы кино залдарын яңыртыуға, 46,5 миллион һумы автоклубтар алыуға йүнәлтелгән.
Милли проекттың маҡсатлы күрһәткестәренә өлгәшеү өсөн был йылда Башҡортостанға бөтәһе 904 миллион һум бүленәсәк.
Ошо милли проектҡа ярашлы, тағы өс федераль проект ғәмәлгә ашырыла. Улар - "Мәҙәни мөхит", "Ижад кешеләре", "Цифрлы мәҙәниәт".
Беҙҙең республика проекттарҙың өсөһөндә лә ҡатнаша.
Алты йылға иҫәпләнгән дөйөм сумма 10 миллиард һумға тиң.