27.08.2019 Уҡыу йылы 2019-2020: ниндәй үҙгәрештәр көтөлә?
Өфө мәктәптәре быйыл 250 миллион һум ярҙам алған. Был башҡа йылдар менән сағыштырып ҡарағанда ҙур сумма. Былтыр, мәҫәлән, белем биреү учреждениеларына 40 миллион һум бүленгән булған.
Биш көнлөк уҡыу аҙнаһы
Был яңылыҡты ата-әсәләргә февраль айында еткергән инек. Эш шәмбеләре төрлө тематик көн менән алмаштырыла. Мәҫәлән, хәүефһеҙлек, профориентация, спорт, экология, мәҙәни, туристик һәм этно-шәмбеләр. Тағы ла 5-11 кластар араһында дәрестән тыш “Үргә ос!” проекты тормошҡа ашырыла башлаясаҡ.
Туҡланыу
Өфөнөң барлыҡ мәктәптәрен “Балалар диетик туҡланыу үҙәге” хеҙмәтләндерәсәк, бөтә ерҙә лә сәләмәт туҡланыу талаптарына яуап биргән берҙәм меню буласаҡ. Ата-әсәләргә бушлай карта таратасаҡтар, уның ярҙамында ашау өсөн аҡса күсереп буласаҡ. Бынан тыш, өҫтәмә рәүештә сама менән 100-200 һумлыҡ беләҙек йәки брелок һатып алырға мөмкин – улар картаны алмаштырасаҡ. Чиплы беләҙек йәки брелок мәктәпкә инеү өсөн пропуск та булып торасаҡ.
Ашханаларҙа бер иш һауыт-һаба, ашнаҡсыларға бер иш форма һәм яңы мебель кеүек махсус бренд булдырыласаҡ.
Уҡыусыларҙың һанын арттырыу
Мәктәптәрҙә һәм балалар баҡсаһында урын етмәү проблемаһын подвал, склад һәм башҡа биналар иҫәбенә хәл итмәкселәр. Бындай практика арҡаһында 19 балалар баҡсаһында 401 урын, ә 13 мәктәптә тағы ла 850 урын булдырыуға ирешкәндәр.
Кадрҙар
Педагогик кадрҙар етешмәү мәсьәләһен йәш белгестәрҙе йәлеп итеп хәл итәсәктәр. 1 авгусҡа ҡарата барлығы 710 уҡытыусы етешмәһә, бөгөн 128 педагог етешмәй. Бигерәк тә башланғыс кластар уҡытыусылары аҙ. Математика, химия һәм физика фәндәренән шулай уҡ педагогтар күпләп етешмәй.
Инклюзив белем биреү
Инклюзив белем биреү программаһына ярашлы, адаптив программа буйынса уҡытыу артабан да дауам итәсәк һәм үҫешәсәк.
Полингваль мәктәптәр
Яңы уҡыу йылынан ике полингваль мәктәп эш башлаясаҡ – Революцион урамындағы 44-се һәм Дим биҫтәһендәге 162-се мәктәптәр. Унда профилле кластар һәм өс туған тел – башҡорт, рус, татар; өс сит тел – инглиз, француз, немец телдәре уҡытыласаҡ.
Әйткәндәй, РФ Мәғариф министрлығында дәрестәрҙе 50 минутҡа тиклем арттырыу хаҡында һүҙ бара.