«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Төҙөлмәй торған йорттар төҙөлөп бөтәсәк



27.08.2019 Төҙөлмәй торған йорттар төҙөлөп бөтәсәк

Башҡортостан - Волга буйы федераль округында алданған өлөшсөләр һаны иң күп булған төбәк.
Быйыл күптәр йылдар буйы төҙөлөүен көткән фатирҙарының асҡысын алып ҡыуанды.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров банкрот тип танылған төҙөүселәрҙең өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусылар алдындағы бурыстарын көйләү фондын ойоштороу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Был ойошма бюджет аҡсаһы менән тулыландырыласаҡ һәм улар тамамаланмаған төҙөлөшкә йүнәлтеләсәк.
Тимәк, тиҙ генә булмаһа ла, алданған өлөшсөләрҙең фатирҙарына күсеү мөмкинлеге тыуҙы.





Автор: Зөһрә ЙӘҺҮҘИНА
Фото: Т. АМАНОВ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға