«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фәхишә булырға теләмәгәне өсөн саҡ үлмәй ҡалған



27.08.2019 Фәхишә булырға теләмәгәне өсөн саҡ үлмәй ҡалған

Был хәл күршеләрҙә булған.


Ҡазанда йәшәүсе 34 йәшлек Айсинә Шәмсийәрова йәшерен рәүештә интим-салон асып ебәргән. Притондар өсөн бер-нисә фатирҙы ҡуртымға алған. Фәхишәлеккә имен булмаған ғаиләләрҙән бәлиғ булмаған ҡыҙҙарҙы йәлеп ителгән. Уларға кеҫә телефондары таратып сыҡҡан, ә клиенттарҙы интернет аша эҙләп тапҡан.

Берҙән-бер көндө 15 йәшлек ҡыҙ фәхишәлектән баш тартҡас, притон хужабикәһе уны ҡурҡыта башлаған, эш бысаҡҡа барып еткән. Ҡатын үҫмер баланы яралаған.

Әлеге осраҡ булмаһа, был “бизнес” һаман да сәскә атҡан булыр ине, ти тикшереүселәр. Бөгөн Айсинә Шәмсийәрова бер-нисә статья буйынса ғәйепләнә: “Үлтереү менән янау”, “Бәлиғ булмаусыларҙы фәхишәлеккә йәлеп итеү”, “Фәхишәлек ойоштороу һәм уның менән шөғөлләнеүҙе дауам итеүҙе талап итеү” һ.б.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға