«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әхмәт Йорто ҡайҙа?



27.08.2019 Әхмәт Йорто ҡайҙа?

РФ Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев ауыл исемен үҙгәртеү тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Ябай ауыл булһа, был хәбәр таралмаҫ та ине. Ә ул Чечняның Курчалоев районындағы Центарой ауылы.

Бында республиканың тәүге президенты Әхмәт Ҡадиров тыуған. Шуға ул хәҙер Әхмәт Йорто (Ахмет-Юрт) атамаһын алды.

Центарой ауылы Чечняның көнсығышында, Грозныйҙан 52 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Яҡынса 9000 самаһы кеше йәшәй.

Ауылдың исеменә Әхмәт атамаһын биреү башланғысы менән быйыл майҙа ғына республика парламенты етәксеһе Магомед Даудов сыҡҡайны. Эш тиҙ эшләнде.

"Географик объекттарға атама биреү тураһында"ғы законға ярашлы, ҡала булмаған тораҡ пункттарҙың исемен үҙгәртеү ҡарары Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағында. Шуға ла Центарой Медведев имзаһы менән Әхмәт Йорто тип үҙгәртелде.

Һоҡланғыс эштәр башҡарыла был яҡтарҙа. Шалиҙа мәсет асылыуы менән Президент үҙе ҡотлағайны.

Беҙҙең Шамонин ауылының да исемен үҙгәртеүҙе күптәр теләй ине шикелле. У-уу, беҙҙекеләр ҡыбырлағансы әле...






Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: ТАСС.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға