«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Алма ҡоймағы



27.08.2019 Алма ҡоймағы

4-5 алма, 1 банан, 1 йомортҡа, 3-4 ҡалаҡ он, бер аҙ дәрсен (корица), шәкәр алына.


Алманы ҡабығынан әрсеп ҡырғыстан үткәрергә кәрәк. Уның янына бананды ла ҡырып төшөрөргә. Башҡа ингредиенттарҙы ла ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ.

Ҡоймаҡтарҙы йәбешмәй торған табала бешерәбеҙ. Әгәр ҙә ҡәҙимге таба булһа, уны бер аҙ майларға кәрәк.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға