27.08.2019 Телефонға зарядканы дөрөҫ йыйҙыртаһығыҙмы?
Әгәр ҙә кеҫә телефоны “оҙон ғүмерле” булһын тиһәгеҙ, аккумляторын зарядкаға дөрөҫ тоташтырығыҙ.
Смартфонды яңылыш еүешләүҙән, төшөрөп ебәреүҙән тыш, уға токты дөрөҫ йыйҙырта ла белергә кәрәк. Уның аккумляторы 0 процентҡа тиклем бушарға тейеш түгел. Шуға күрә 20 процент ҡалыу менән хужаһын иҫкәртә башлай. Тимәк, был мәлдә зарядкаға тоташтырыу мөһим. Хатта 50 процент күрһәткән ваҡытта уҡ ҡуйырға мөмкин, ти белгестәр. Ә 100 процент йыйыу менән, зарядканы һурырға ашығығыҙ. Баҡтиһәң, телефондың батарейкаһы ныҡ эҫенһә, уның эшләү ваҡыты ҡыҫҡара башлай икән.
Смартфонды айына ни бары бер тапҡыр 0 процентҡа тиклем ҡулланып, кире 100 процент көс йыйҙыртырға мөмкин.