27.08.2019 Ауыр енәйәт буйынса эҙәрлекләнгән педагог эштән ҡыуылған
Әлшәй районының Ташлы мәктәбендә, прокурор тикшереүенән һуң, бер уҡытыусыны эштән ҡыуғандар.
Педагог быға тиклем һаулыҡҡа уртаса зыян килтергәне өсөн хөкөм ителгән булған. Ә әлеге ваҡытта һаулыҡҡа ауыр зыян килтергәне өсөн уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Закон буйынса, кешенең һаулығына һәм йәшәүенә ҡаршы енәйәте өсөн эҙәрлекләнеүселәр уҡытыусы булып эшләргә тейеш түгел.
Был хәлгә контроль ведомствоһы ҡыҫылғандан һуң ғына, уҡытыусы эштән ҡыуылған, ә мәктәп директоры дисциплинар яуаплылыҡҡа тарттырылған.