26.08.2019 Бына, исмаһам, табыш!
Бөйөк Британияла ирле-ҡатынлы Адам Стейплс менән Лиза Грейс бынан мең йыл элек самаһы сығарылған 2600 тәңкә тапҡан. Табышты 5 млн фунт стерлингҡа (401 млн һум) баһалайҙар.
Эксперттар әйтеүенсә, Гарольд II һәм Вильгельм Яулап алыусы батшалар заманында етештерелгән аҡсалар бик яҡшы һаҡланған. Шулай уҡ ул – Бөйөк Британияла табылған иң ҙур байлыҡ. Һәр тәңкә айырым алғанда бер меңдән 5 мең стерлингҡа торошло (81 – 401 мең һум).
Стейплс менән Грейс баҫыу уртаһында, тимер эҙләгес ярҙамында тапҡан уларҙы. Әле табылған аҡсаларҙы баһалау өсөн Британия музейына тапшырғандар.