«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шәйехзада Бабич исемендәге БР Дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр



26.08.2019 Шәйехзада Бабич исемендәге БР Дәүләт йәштәр премияһына дәғүә итеүселәр

Әҙәбиәт өлкәһендә:


1. Мөнир Иҡсанов – “Урал ҡоросо” шиғри йыйынтығы өсөн;
2. Ринат Сөләймәнов – “Йөрәктә яҙ” шиғри йыйынтығы өсөн.

Сәнғәт өлкәһендә:

1. “Ҡоштар нимә тураһында йырлай?” концерт-әкиәтенең авторлыҡ коллективы – Линар Дәүләтбаев, Шәүрә Сәғитова, Екатерина Хәйбуллина, Лиана Ниғәмәтйәнова.
2. Артем Болотов – “Классиканы бергәләп уҡыйбыҙ” музыкаль - әҙәби проектты булдырған һәм тормошҡа ашырғаны өсөн;
3. Руслан Вахитов – театр сәнғәте өлкәһендәге уңыштары өсөн;
4. “Арғымаҡ” төркөмө – Ринат Рамазанов, Алик һәм Эмиль Гәрәевтар, Радмир Исмәғилев, Айрат Нәзиров – башҡорт халыҡ милли мираҫын тергеҙгән һәм таратҡан өсөн;
5. Айҙар Зарипов - «Люксембургҡа барып ҡайтҡансы…» (М. Ҡунафин) һәм «Ҡуштирәк» (Ә. Хәкимов, В. Жеребцов) спекталдәрен ҡуйғаны өсөн;
6. Лилиә Исҡужина – “Мөхәббәт һәм нәфрәт” (З. Биишева) спекталендә Зөлхизә роле өсөн;
7. Нелли Ҡадраева – музыка сәнғәтендәге юғары уңыштары өсөн;
8. Елена Колесникова – фортепиано сәнғәте өлкәһендәге уңыштары өсөн;
9. Руслан Мәғәлимов – һынлы сәнғәт өлкәһендәге “Йыйырға ваҡыт” ижади проектын булдырған өсөн;
10. Ләйсән Мәзитова – телевизион проекттар аша балалар һәм үҫмерҙәрҙең рухи-патриотик тәрбиәһенә индергән өлөш өсөн;
11. Лиана Мкртчян – һынлы сәнғәт өлкәһендәге “Минең бала сағымдан” ижады проектын булдырғаны өсөн;
12. Роман Пожидаев – “Өйҙәштәр” беренсе башҡорт телендәге йәштәр комедия сериалын булдырғаны өсөн;
13. Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллиндан торған ижади коллектив – “Бабич” тарихи фильмындағы юғары актерлыҡ оҫталығы өсөн;
14. Илнур Хәйруллин – башҡорт музыкаһын һәм милли инструмент ҡурайҙы пропагандалаған өсөн;
15. Руслан Хайсаров – Тимерхан (“Нәркәс”, И. Йомағолов), Маурисьо (“Иң бәхетле төн”, А. Касона) һәм Шүлгән (башҡорт халыҡ эпосы “Урал батыр”) ролдәрендә юғары оҫталығы өсөн;
16. “Йатаған” этно-төркөмө: Рәсим Лөғәмәнов, Аяз Нухов, Илдар Шакиров, Ғаяз Ялмырҙин – “Ерем тауышы” альбомы һәм “Йатаған мөслим” рухи музыка проекты өсөн;
17. Зиләрә Юлтаева – Гөлнәзирә («Люксембургҡа барып ҡайтҡансы…», М. Ҡунафин), Ҡорбанбикә (“Өс таған”, М. Кәрим), Гөлзада (“Биғылый”, С. Ильясов), Хазина (“Өс хат” фильмы, Р. Юлтаев) һәм Мәстүрә (“Беренсе республика”, Б. Йосопов) ролдәре өсөн;
18. Екатерина Ямщикова – халыҡ ижадын таратҡаны өсөн.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға