«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һуҡыр ҡыҙҙы маршрутканан ҡыуып төшөргән



26.08.2019 Һуҡыр ҡыҙҙы маршрутканан ҡыуып төшөргән

Өфөнөң 269-сы маршруты водителе һуҡыр ҡыҙҙы йөрөтөүсе эте менән булғаны өсөн автобустан ҡыуып төшөргән.


Был хәл физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе генә түгел, уларҙың яҙмышына битараф булмаусыларҙың барыһын да борсолдорҙо. Транспорт компанияһы директоры Фәнис Батыров водителдең ҡылығы өсөн ҡыҙҙан ғәфү үтенгән. Водителдәргә аҙ мобилле граждандарҙы йөрөтөү буйынса инструктаж уҙғарылғанын да хәбәр иткән. “Был хәлде беҙ коллектив-ара тикшерәсәкбеҙ һәм зыян күреүсе ҡыҙҙы осрашыуға саҡырасаҡбыҙ, тағы бер тапҡыр ғәфү үтенәсәкбеҙ”, — тигән ул.

Дәүләт транспорт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин да инвалид ҡыҙ Ксения Миңелбаева менән осрашҡан һәм уны Йәмәғәт советы янындағы эш төркөмөнөң аҙ мобилле граждандар мәсьәләләре буйынса ултырышына саҡырған.

Әлеге ваҡытта БР прокуратураһы 181-се федераль закон нигеҙендә инвалид кешенең хоҡуғы боҙолоу факты буйынса тикшереү уҙғара.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға