«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Уҡыусылар өсөн прививкалар



26.08.2019 Уҡыусылар өсөн прививкалар

«Роспотребнадзор»ҙа мәктәп йәшендәге балалар өсөн тәҡдим ителгән прививкалар исемлеге менән таныштырҙылар.


Тәҡдимдәрҙән сығып, 6-7 йәшкә балаға туберкулездан — бер, пневмокок инфекцияһынан, b тибындағы гемофиль инфекцияһынан, гепатиттан — өсәр, грипҡа ҡаршы йыл һайын вакцинация, полиомиелиттан биш прививка, быума йүтәлдән, дифтериянан һәм ҡарыштырыуҙан дүрт прививка, эпидемик паротиттан, ҡыҙылсанан бер прививка кәрәк.

«Беренсе класҡа килгәс, балалар яңы, ғәҙәти булмаған мөхиткә барып эләгә, юғары интеллектуаль һәм эмоциональ көсөргәнешкә дусар була, стресс кисерә һәм ҡатмарлы яраҡлашыу этабын үтә, быларҙың барыһы ла иммунитетты ҡаҡшата. Был осорҙа балалар инфекция сирҙәренә айырыуса ныҡ бирешеүсән һәм яҡлауға мохтаж», — тип иҫәпләй белгестәр.

Табиптар үҙ ваҡытында яһалған вакцинация һәм ревакцинация баланы инфекциянан һаҡлай һәм дәрестәрҙе ҡалдырыуға юл ҡуймаҫҡа ярҙам итә тип билдәләй. Тейешле вакциналарҙың тулы исемлеге ведомствоның рәсми сайтында баҫылған.

“Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға