«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Дмитрий Медведев: Аҙнаһына дүрт көн эшләүгә күсергә мөмкин, тик...



26.08.2019 Дмитрий Медведев: Аҙнаһына дүрт көн эшләүгә күсергә мөмкин, тик...

Рәсәйҙең Премьер-министры Дмитрий Медведев ошо көндәрҙә тағы ла дүрт көндөк эш аҙнаһы тураһында хәбәрҙе иҫкә төшөрҙө. Күсергә мөмкинме? Мөмкин.

Әлбиттә, хәҙер үк күсеү тураһында һүҙ бармай. Кеше аҙнаһына дүрт көн эшләүгә риза ла ул, тик хеҙмәт хаҡы нисегерәк булыр икән, тип борсола.

Дмитрий Медведев Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы рәйесе Александр Шохин менән осрашыуында белдереүенсә, "беҙгә хеҙмәт ҡануниәтендә үҙгәрештәр яһау тураһында уйларға кәрәктер".

Премьер-министр был үҙгәрештәрҙең алыҫтан тороп эшләүгә һәм эш ваҡытының һығылмалы графигына бәйле буласағын аңғартты. Был юҫыҡта мотлаҡ эшселәрҙең һәм хеҙмәткәрҙәрҙең ихтыяжын иҫәпкә алырға кәрәк.

"Это должно сопровождаться ростом производительности труда с одной стороны, если речь идет о полноценной рабочей неделе, и, конечно, сохранением той заработной платы, которая имеется", — тине Хөкүмәт рәйесе.

Ул элек кешенең аҙнаһына алты көн эшләүен дә әйтеп үтте.

Нишләйһең, йәмғиәт үҙгәрә, технологиялар яңыра, күп эшләүҙең кәрәге ҡалмай башланы, шикелле.





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Кремлин.ру


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға