«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Паркта баланы ток һуҡҡан



26.08.2019 Паркта баланы ток һуҡҡан

Ҡайҙа хәүефһеҙ генә ер бар, әйтегеҙ әле?! Ял паркында ла ҡурҡыныс.

Кисә Өфөнөң М. Ғафури исемендәге Үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында өс йәшлек бала токтан һуғылған.

Сабый әсәһе менән аллея буйлап китеп барғанда, газон өҫтөндә кабель һуҙылып ятҡанын күрә лә, барып тота. Һәм... токтан һуғыла. Баланың ҡулы бешә. Ярай әле, иҫән ҡала. Дауаханаға алып барып, беренсе ярҙам күрһәткәс, өйгә ҡайтарғандар.

Шунан ЧП булған ерҙе иҫкәрткес таҫма менән уратҡандар, кабелде алып ташлағандар.

Ә шуны тәүҙә үк эшләп булмай инеме икән? Йәғни, йә ток булған кабелде унда һалмаҫҡа йә иҫкәрткес ҡуйырға?

Беҙҙә күп нәмә бәлә булғас эшләнә...





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: mgazeta.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға