«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һуңғы көн "алтын"лы булды



25.08.2019 Һуңғы көн "алтын"лы булды

Бөгөн Венгияла тамамланған байдарка һәм каноэла ишеү буйынса донъя чемпионатында Рәсәй йыйыма командаһы ниһайәт “алтын”лы булды.
Ике урынлы байдаркала 200 метр араға ярышыуҙа Юрий Постригай менән Александр Дьяченко финишта беренсе булһа, һуңынан дүрт урынлы каноэла Рәсәй спортсыларына етеүсе булманы.
Унан тыш беҙҙекеләр тағы өс көмөш һәм бер бронза миҙал яуланы.





Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: ТАСС


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға