«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Хоспис негатив менән төҙөлөргә тейеш түгел"



23.08.2019 "Хоспис негатив менән төҙөлөргә тейеш түгел"

Һуңғы ваҡытта социаль селтәрҙәрҙә Өфөләге хоспис төҙөлөшө өсөн эш хаҡын тотоп ҡалыу тураһында бланк өлгөләре күренә башланы. Йәнәһе, бына нисек, хоспис өсөн аҡсаны хеҙмәткәр үҙе теләп бирмәй икән! Хатта вазифаларға ҡарап тәҡдим ителгән нормативтар ҙа бар, тип һөйләп сығарҙылар.


Был хәлгә ҡарата БР һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин төҙөлөш өсөн аҡса биреү һәр кемдең үҙ иркендә, тип белдергән. Ул да үҙенең коллегаларына проектта ҡатнашырға тәҡдим иткән, һис тә директива аша мәжбүр итмәгән.

Ә ғариза формаһы хәйриә күсереү өсөн уңайлы булһын тип эшләнгән. Тота килеп хеҙмәткәрҙең эш хаҡын тотоп алып ҡалырға берәүҙең дә хоҡуғы юҡ.

Хоспис негатив һәм мәжбүрилек менән төҙөлөргә тейеш түгел, тигән министр.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға