«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Прививка арҡаһында һуғыша яҙғандар



23.08.2019 Прививка арҡаһында һуғыша яҙғандар

Бала прививкаһы өсөн ата-әсәләр сират бүлешә алмаған.


Салауат ҡалаһының балалар поликлиникаһында бөгөн ғауға ҡупҡан. Ата-әсәләр табип кабинетына прививкаға тере сиратта торған. Кемдеңдер сират алып икенсе кабинетҡа йүгереүе, һуңынан килеп, мин бында тора инем, тип дәғүәләшеүе арҡаһында талаш сыҡҡан.

Был хәлде видеоға төшөрөп интернетҡа һалған ир, табип кабинетына электрон сират системаһын урынлаштырыу тәҡдимен еткерә.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға