«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бер миллион һумды «бүләк итсе» әле…



23.08.2019 Бер миллион һумды «бүләк итсе» әле…


Сорғот ҡалаһынан 68 йәшлек ҡатын мутлашыусылар арҡаһында миллионға яҡын аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға. Уның әйтеүенсә, ике көн дауамында үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре тип таныштырыусылар телефонына шылтыратып, банктағы иҫәбе менән ниндәйҙер сәйер операциялар эшләнеүе тураһында хәбәр итә. Ҡатын тәүҙә юғалып ҡалмай, банктың «ҡыҙыу линияһы»на мөрәжәғәт итә. Унда иһә борсолорға урын юҡлығын, иҫәбендә барыһы ла яҡшы булыуын әйтәләр.
Шуға ҡарамаҫтан, аферистар шылтыратыуҙы туҡтатмай, банктың үҙенең енәйәт схемаһы бар, улар һеҙҙе алдай, тип раҫлауҙарын дауам итә. Һөҙөмтәлә ҡатын тегеләрҙең өгөтләүенә бирелеп, картаһындағы 970 мең һум аҡсаһын «бүләк итә».





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға