23.08.2019 Ойошмала 49 хоҡуҡһыҙ һаҡсы эшләгән
Ғафури районы прокуратураһы “Леон Плюс” һаҡ компанияһына 95 мең һум штраф һалған. Сөнки тикшереүҙән һуң, компанияһы етәксеһе 49 хеҙмәткәр менән подряд килешеүен төҙөгән. Ә ысынында иһә улар фирмала һаҡсы булып эшләгән.
Ошо рәүешле компания социаль страховкалау һәм пенсия фондтарына түләмдәр күсереүҙән ҡотолоп ҡалған. Хеҙмәткәрҙәр ялға ла, больничныйға ла китә алмаған. Шулай уҡ улар потенциаль пенсия өлөшөн юғалтҡан.
Суд хеҙмәт мөнәсәббәттәрен яйға һалыуҙы талап иткән. Юристар әйтеүенсә, эш биреүселәр араһында был ысул киң таралған күренеш. Ҡул аҫтындағыларҙы штаттан сығарып, улар сығымдарын экономиялай. Бындай хоҡуҡ боҙоуҙар хеҙмәткәрҙәрҙең ялыуы йәки һалым органдары тикшереүенән һуң ғына асыҡлана.