22.08.2019 Тағы бер чиновник "осто"
БР Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылова отставкаға китте. Ул әлеге вазифаны 2016 алып биләй ине.
«РБК-Уфа» хәбәр итеүенсә, уның урынына 26 августа беренсе урынбаҫар Алексей Гусев тәғәйенләнәсәк.
Һуңғы аҙнала бер түгел ике чиновник отставкаға китте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, БР-ҙың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Алексей Карпухин һәм Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Григорий Невоструев вазифаларын ҡалдырҙы.