«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауылдарҙы йылан баҫҡан



22.08.2019 Ауылдарҙы йылан баҫҡан


Республика райондарының ауылдарында йыландар күбәйеүе күҙәтелә. Улар кешеләрҙең ихаталарында , баҡсаларында иркен йөрөй, мунсаларына, баҙҙарына, парник эстәренә оялай. Йылы сығып ятҡан тиреҫ өйөмөн ярата. Әлбиттә, саға торған ҡара йылан хәүефле. Кешеләр йорттары алдында ла, аҙбарҙарында ла, бесәндә лә аңғармаҫтан сағылыуҙары ихтимал.
Зоологтарҙың билдәләүенсә, был һөйрәлеүселәрҙең артыуына һуңғы йылдарҙа күҙәтелгән йылы ҡыштар сәбәпсе. Һыуыҡта уларҙың күбеһе туңып үлә. Тәбиғәттә бөркөт кеүек йыртҡыс ҡоштарҙың, терпеләрҙең, торналарҙың аҙайыуы ла йыландарҙың үрсеүенә килтерә.
Ихатаңда йыландар йөрөһә, нимә эшләргә? Уларҙы ағыулау менән шөғөлләнеүсе ойошмалар юҡ. Өҫтәүенә, ҡара йылан Ҡыҙыл китапҡа ла ингән. Иң яҡшыһы- йортоғоҙ алдында резина тәгәрмәс яндырығыҙ. Улар химия төтөнөн яратмай.
Түбәндәге был видео Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында төшөрөлгән. Уларҙа ла йылан күп икән.





Автор: Зөһрә Йәһүҙина.
Фото: pixabay.com
Видео: Whatsapp төркөмөнән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға