«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Доға ҡабул ителгән урындар һәм мәлдәр



22.08.2019 Доға ҡабул ителгән урындар һәм мәлдәр

Доға ҡабул ителгән урындар һәм мәлдәр

1. Ҡәҙер кисәһе;
2. Төндөң икенсе яртыһы;
3. Аҙан менән ҡәмәт (намаҙ алдынан аяғүрә баҫып уҡыла торған доға) араһы;
4. Ямғыр яуғанда;
5. Йома көнөнөң бер өлөшөндә;
6. Зәм-зәм һыуын эскәндә;
7. Сәждәгә киткәндә;
8. Фарыз намаҙынан һуң;
9. Тәшәһһүд аҙағында;
10. Ғәрәфә көнөндә (хаж ҡылыусыға);
11. Рамаҙан айында;
12. Ауыҙ асҡанда;
13. Хажда беренсе ике бағанаға таш атҡас;
14. Мөлтазамда (“Ҡара таш” һәм Ҡәғбәтулла ишеге араһындағы диуар);
15. Ҡәғбәтулла эсендә;
16. Сафа һәм Мәрүә убаларында.

Мосолман һәр саҡ доға менән Аллаһҡа ялбарырға тейеш. Доға ул мосолмандың Аллаһы Тәғәләгә нимәлер һорап, йә нимәгәлер өмөт итеп өндәшеүе генә түгел, доға – ул ғибәҙәт. Һәм Аллаһы Тәғәлә доға ҡылған кешегә яуап биреп кенә ҡалмай, ә доға ҡылғаны өсөн уға әжер-сауаптарын да яҙасаҡ, иншәллаһ.

Доға ҡылыусы бер ваҡытта ла өмөтөн юғалтмаҫҡа тейеш, өмөт юғалтыуы уның ихласлығы һәм иманы кимәле түбән булыуын күрһәтә. Аллаһы Тәғәлә, һәр мосолмандың доғаһына яуап бирермен, тигән.

Доғалары мотлаҡ ҡабул булған кешеләр

Хәҙистәрҙә доғалары мотлаҡ ҡабул булған кешеләр айырым телгә алына, улар:
• сирле кешенең доғаһы;
• ҡарт, ауырыу кешенеке;
• үҙ мосолман туғаны өсөн һораусы кешенеке;
• ураҙалағы кешенең доғаһы;
• ғәҙел хаким йәки имам доғаһы;
• ата-әсәнең үҙ балалары өсөн ҡылған доғалары;
• изге баланың доғаһы;
• яҡшы эштәр эшләп йөрөгән кешенең доғаһы;
• ҡунаҡ кешенең йорт хужаһы өсөн ҡылған доғаһы;
• юлда булған кешенеке;
• кәмһетелгән, ситләтелгән кешенең доғаһы;
• бала табыусы ҡатындың доғаһы;
• йыһат алып барған кешенең доғаһы, ул өйөнә әйләнеп ҡайтҡанынса.

"Википедия" сайтынан.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға