22.08.2019 Жәлил Кейекбаевҡа һәйкәл ниндәй булыр?
Башҡортостанда Жәлил Кейекбаев һәйкәленең иң яҡшы проектына асыҡ конкурс башланды (1911 — 1968). Һәйкәлде Ғафури районының Ҡаранйылға ауылында Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы биләмәһендә ҡуйыу күҙаллана.
Жәлил Кейекбаев — тел белгесе, төркиәтсе, филология фәндәре докторы, профессор, күренекле башҡорт яҙыусыһы, Башҡорт АССР-ының Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт тел ғилеменә һәм урал-алтай телдәренең хәҙерге башҡорт мәктәбенә нигеҙ һалған.
Конкурс бер турҙа үткәрелә. Уның төп предметы – һәйкәл проектының 40 сантиметрҙан да кәм булмаған моделе.
Авторҙар ғаризаларҙы, проекттарҙы, аңлатмалы яҙыуҙарҙы, график материалдарҙы һәм смета-финанс иҫәбен (300 мең һумдан артмаҫҡа тейеш) 2019 йылдың 5 сентябренә тиклем Ғафури районының мәҙәниәт бүлегенә тапшырырға тейеш. Адресы: Красноусол ауылы, Октябрь урамы, 2, 115-се бүлмә. Тел. 8 (34740) 2-12-48.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығынан.