«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Бик тәмле кетчуп



22.08.2019 Бик тәмле кетчуп

- 5 кг помидор;


- 500 гр һуған;

- 500 гр алма;

- 100 мл 9 процентлы аш һеркәһе;

- 1 балғалаҡ кипкән ҡәнәфер (гвоздика);

- 500 гр шәкәр;

- 2 ҡалаҡ тоҙ;

- 1 балғалаҡ дәрсен (корица);

- 3 балғалаҡ әсе борос.

Алма менән помидарҙы йыуырға, таҫтамал менән һөртөп киптерергә.

Һәр ҡайһыһын дүрт өлөшкә бүлергә.

Һуғанды ла дүрткә бүләбеҙ.

Барыһын да ит турағыс аша үткәрәбеҙ.

Сама 2-2,5 сәғәт ҡуйырғансы бешерәбеҙ.

Бешеп сығырҙан алда тоҙ, шәкәр һәм башҡа тәмләткестәрҙе һалабыҙ. Улар менән 15 самаһы ҡайнағас, аш һеркәһен өҫтәйбеҙ. Биш минуттай ҡайнатып, эҫе килеш стеррилләнгән банкаларға һалабыҙ.


Интернеттан алынды, авторы – Руниза Закирова.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға