«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баҡалы районының Ҡамай ауылында ҡотороу карантины иғлан ителде



22.08.2019 Баҡалы районының Ҡамай ауылында ҡотороу карантины иғлан ителде

Бының туралағы указға БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Документ 21 августа ғәмәлгә инде һәм хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталына һалынды.

Карантин 16 августа уҡ иғлан ителгән булған. Тыйыу сараларын рәсми рәүештә сискәнсе ауыл биләмәһенә эт-бесәйҙәрҙе индереү, ҡыр хайуандарын тотоу һәм уларҙы ситкә сығарыу ярамай.





Автор: Айбулат ИШНАЗАРОВ
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға