«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рәсәй өсколорына - 350 йыл!



22.08.2019 Рәсәй өсколорына - 350 йыл!

Рәсәй халҡы, башҡа ил кешеләре кеүек үк, флагҡа төрөнөп йөрөргә, өйөнә элеп ҡуйырға, әләм төшөрөлгән кейем кейергә ярата.


Аҡ – зәңгәр – ҡыҙыл төҫтәге хәҙерге Рәсәй әләме 350 йыллыҡ ашыу тарихҡа эйә. Ул XVII – XVIII быуаттарҙа, Рәсәй ҡеүәтле дәүләткә әүерелгән осорҙа, барлыҡҡа килә. Өсколор тик Петр I заманында ғына дәүләт флагы булып китә. 1705 йылдың 20 ғинуарында ул, һәр бер сауҙа карабында мотлаҡ аҡ – зәңгәр – ҡыҙыл төҫтәрендәге флаг күтәрелергә тейеш, тигән указ сығара һәм үҙе үк флагтың өлгөһөн, һыҙаттарҙың тәртибен билдәләй.

1883 йылдың 28 апрелендә Александр Өсөнсөнөң тантаналы сараларҙа, әгәр мөмкин булһа, ҡала биналарын өс һыҙаттан – аҡ, зәңгәр һәм ҡыҙыл төҫтәрҙән торған мотлаҡ рус флагы биҙәргә тейеш, тигән бойороғо иғлан ителә. Ул – Рәсәй өсколорын рәсми раҫлаусы беренсе дәүләт акты.

1918 йылдың апрелендә большевиктар өсколорҙы алып ташлап, уны революция төҫөнә – ҡыҙыл таҫмаға алмаштыра. Ҡыҙыл флаг илебеҙ тарихында 70 йыл буйына дәүләт флагы була.

Рәсәй Федерацияһы дәүләт флагының байрамы илдең беренсе Президенты Борис Ельциндың 1993 йылда раҫлаған Указына ярашлы үткәрелә — 22 август Рәсәйҙең дәүләт флагы көнө тип иғлан ителә.

2000 йылда РФ Президенты Владимир Путин «Дәүләт флагы тураһында» Законға ҡул ҡуя. Унда өс төҫлө флагтың аныҡ ҡына өлгөһө, флагты файҙаланыу шарттары һәм уның статусы билдәләнә.

Рәсәй флагындағы төҫтәрҙең берҙәм ҡабул ителгән рәсми мәғәнәһе юҡ. Тарихтан билдәле булыуынса, аҡ төҫ – дәүләттең азатлығына һәм үҙаллылығына ишара, күк төҫ – Рәсәйҙе яҡлаусы Алла Әсәнең (Богоматерь) төҫө, ҡыҙыл төҫ – хакимлыҡ, ҡөҙрәтлек билдәһе. Төҫтәрҙең мәғәнәһе башҡа төрлө лә асыҡлана: аҡ – Ышаныу, күк – Өмөт һәм ҡыҙыл – Мөхәббәт.





Автор: Лилиә ХӘЛИТОВА
Фото: pixabay.com.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға