21.08.2019 Коклюш менән сирлеләр арта
Рәсәйҙә быйыл 3 меңдән ашыу кеше коклюш менән сирләгән. Башҡортостанда был һауа аша йоға торған сирҙе 231 кеше йоҡторған. Шуларҙың 209-ы – 14 йәшкә тиклемге балалар. Көслө йүтәл барлыҡҡа килтергән ауырыу сабыйҙар араһында 4,4 процентҡа артҡан. Сәбәбе - күп ата- әсәләрҙең сәбәпһеҙгә сабыйҙарына прививка эшләтеүҙән баш тартыуы.
Былтыр беҙҙең республикала ҡыҙылса менән сирләүселәр күп теркәлгәйне.
Ҡала ерендә йоғошло ауырыуҙар эләктереү ихтималлығы ҙур. Иммунопрофилактиканы инҡар итмәйек!