«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәләүездә ниңә һаҫыҡ?



21.08.2019 Мәләүездә ниңә һаҫыҡ?

Кисәнән бирле Мәләүез халҡы, беҙҙә һауа бигерәк насар еҫле, тип һөйләнә. Нимә булды икән?

Унда бит ҡошсолоҡ комплексы бар. Ине. Әллә әле лә бармы шул? Һаҫыҡ еҫ шул күркә һарайынан тарала икән.

Улай ғына ла түгел, ә бөтә ҡаланы уратып алған. Ҡала халҡы еҫте нығыраҡ айыра шул, ауылдыҡылар күнегеп бөткән.

Был ваҡытта баҫыуҙарға ашлама сығаралар ҙа, шунда күркә тиҙәге (тиреҫ) лә бар икән. Ел еҫте шунан таратҡан да.

Мәләүез районы һәм ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһе аша халыҡҡа өндәшкән:

"Сегодня поступили обращения от мелеузовцев по поводу неприятного запаха в городе. После уборки зерновых аграрии нашего района приступили к внесению органических удобрений с пометохранилища ООО «БПК им. М. Гафури». Руководители хозяйств обещали провести все агротехнологические мероприятия на этой неделе. Внесение удобрений на полях, близко расположенных к городу уже завершено. Специфического резкого запаха в ближайшие дни уже не будет.
Уважаемые мелеузовцы, приносим извинения за временные неудобства".





Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: Т.АМАНОВ.


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға