21.08.2019 Сентябрҙә йылы буласаҡ
Рәсәйҙең Гидрометеорология үҙәге фаразлауынса, сентябрҙә һауа температураһының норманан юғары булыуы көтөлә. Көҙҙөң беренсе айында Мәскәүҙә, Уралда, Себерҙә, Яҡутстанда, Чукоткала, Камчаткала, Байкал артында ғәҙәттәгенән йылы буласаҡ. Яуым- төшөм дә урта күрһәткестәрҙән кәм.
Бесән эшләй алмайбыҙ, ямғыр ҡамасаулай, тип ҡайғырмағыҙ. Ҡояшлы сентябрҙә эшләрбеҙ әле.