«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Матур ҡыҙға ҡыҙығып, шантаж ҡорбаны булған



21.08.2019 Матур ҡыҙға ҡыҙығып, шантаж ҡорбаны булған

Бәләбәй районында йәшәүсе 30 йәшлек ир бер билдәле социаль селтәрҙә бик сибәр ҡыҙ менән танышҡан. Виртуаль аралашыу бик ныҡ ҡыҙып китеп, үҙ-ара интим фотолар һәм видео кадрҙары менән алмашыуға тиклем барып еткән.Тик ир йораты үҙен яңы танышының шым ғына яҙҙыртҡанын белмәгән.


Тәүге виртуаль интим бәйләнештән һуң экран"алиһәһе" Бәләбәйҙә йәшәүсене шантажларға тотона.Әгәр ҙә ир тиҙ арала уның иҫәбенә 7000 һум аҡса күсермәһә, видео кадрҙарын меҫкендең бөтә таныш-тоношона, туған-тыумасаһына ебәреү менән ҡурҡыта,"- тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Еңел юл менән байырға теләгән ҡыҙ ҡорбанынан тағы ла 5000 һум аҡса талап итә һәм йәнә янай. Кемдең бөтә ғаләм алдында оятҡа ҡалғыһы килһен инде: ир ярҙам һорап, полицияға мөрәжәғәт итә.

Әле хоҡуҡ һаҡлау сылар бер ҡатлы ирҙең башын әйләндереп, кеҫәһен таҡырайтырға маташыусы ҡыҙҙы һәм уның әшнәләрен эҙләү менән мәшғүл.





Автор: Ә.ХЫЗЫРОВА.
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға