21.08.2019 Аҡбуҙат ҡанатланды!
– Аҡбуҙатыбыҙ күҙгә күренеп терелә. Әле йыһан атының ҡанаттары нығытылды, – тип шылтыратты һәйкәл эшләнгән Кәҫле ҡалаһынан скульптор Өлфәт Ҡобағошов. – Ҡанаттар – елкән кеүек, ел-дауылда шаҡарылып һынмаһын өсөн конструкторҙар етди нығытыу сараһын күргән. Әле бәләкәй элементтарҙы — тояҡтарын, булат ҡылысты тоташтырырға ҡалды.
Эпостарҙа һүрәтләнгән күк (йыһан) аты әле беренсе ҡатҡа ерлек (грунт) менән ҡапланған. Өлфәт Ҡобағошов әйтеүенсә, аҡбуҙ өсөн Кәҫлелә тейешле буяу табылмаған. Бөгөн автор буяу артынан Силәбегә юлланды.
– Ваҡ деталдәрҙәге нағыштар ҙа эшләнеп бөтмәгән. Ҡайһы бер һүрәттәрҙе аңламағас, мине көткәндәр, – ти аңлата эштең тотҡарланыу сәбәбен һәйкәл авторы. – Көтөүҙәре лә һәйбәт. Хатаны һуңынан төҙәтеүе ауыр. Халыҡ сәсәндәре һүҙ сәнғәтендә тасуирлаған Аҡбуҙаттың һәйкәле лә камил, кәмселекһеҙ булырға тейеш.
“Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарында һүрәтләнгән мифик персонаж Аҡбуҙатҡа һәйкәл Шүлгәнташ мәмерйәһенән йыраҡ түгел, Йылҡысыҡҡан күле янында ҡуйыласаҡ.
Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге һәйкәл эшләүгә конкурс иғлан иткәйне. Өлфәт Ҡобағошовтың эскизы конкурста еңеп сыҡты.
Һәйкәлдең бейеклеге ерҙән 5 метр самаһы тәшкил итә, аҡбуҙҙың үҙенең бейеклеге – 3,5 метр.
Был башҡорт халыҡ эпостарына ҡуйылған тәүге һәйкәл буласаҡ.
“Бәйләнештә” сайтындағы “Памятники истории и культуры Башкортостана” төркөмөнән.