«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауырыуҙар тарихынан



21.08.2019 Ауырыуҙар тарихынан


Ауырыуҙарҙың исемдәре ҡайҙан барлыҡҡа килгән? Ни өсөн улар тап шулай атала? Был хаҡта уйлап та бирмәйбеҙ, әйтерһең дә, улар мәңге шулай тип йөрөтөлгән. Ә уйлап ҡараһаң, һәр береһенең атамаһының килеп сығышының үҙ тарихы бар икән. Мәҫәлән, аппендицитты ла тәүҙә нимә тип әйтергә лә белмәгәндәр.
Борон заманда уҡ табиптар ҡорһаҡтың уң яҡ өлөшөндә барлыҡҡа килгән билдәһеҙ эренле ауырыуҙы ҡырҡып дауалаған. Әммә бындай патология тураһында күп тапҡыр әйтелһә лә, йөҙ йылдар дауамында уны асыҡлай алмағандар. 1827 йылда француз табибы Мелье ҡортҡа оҡшаш үҫентенең елһенеп тишелеүе арҡаһында барлыҡҡа килгән перитонит хаҡында: ”Эсәктәрҙәге әйбер ҡарышлауыҡҡа оҡшаш үҫентегә эләгә һәм ул яйлап киңәйә һәм елһенә, һуңынан гангрена барлыҡҡа килә һәм тишелә”, – тип яҙа. Шул уҡ ваҡытта ул, бик һирәк осрай торған ауырыу тураһында һүҙ бара, тип иҫәпләгән һәм ҡасандыр уға диагноз ҡуйыу һәм тиҙ арала операция эшләү мөмкинлеге барлыҡҡа килеүенә ышаныс белдергән. Әммә ул ваҡыттағы алдынғы хирургтарҙың һуҡыр эсәктең елһенеүе хаҡында ғына һүҙ йөрөтөүе, ә ҡарышлауыҡҡа оҡшаш үҫентегә артыҡ иғтибар итмәүе – аппендицит хаҡында уҡыуҙарҙы тағы ла ярты быуатҡа кисектереп торған.
1886 йылда Вашингтонда патологоанатом Реджинальд Фитц Америка табиптары ассоциацияһына ҡаршылауыҡҡа оҡшаш үҫентенең елһенеүе хаҡында тарихи доклад тәҡдим итә. Унда ауырыуҙы тәүге стадияһында диагностикалау һәм хирургик юл менән дауалау кәрәклегенә баҫым яһала. Ул ауырыуға аппендицит тигән исем дә тәҡдим итә.





Автор: Сажиҙә ЛОТФУЛЛИНА
Фото: pixabay.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға